5 декабрь, Дүшәмбе

24 март 2016 йыл, 14:56

«Шоңҡар» журналы Ҡәҙим Аралбайҙың ижадына арналған интернет-конкурс иғлан итте

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Шоңҡар» республика йәштәр журналы «Башҡортостан — аҡ тирмәләр иле» исемле интернет-конкурс иғлан итте. Бәйге Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбайҙың ижадына арналған. Быйыл ул 75 йәшлек юбилейын билдәләй.

Конкурста ҡатнашырға теләүселәр шағир яҙған иң яратҡан шиғырҙы яттан һөйләргә һәм видеояҙманы «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмгә ебәрергә тейеш. Еңеүселәр жюри ағзаларының фекере һәм видеороликтар йыйған тауыштар иҫәбе буйынса билдәләнә. Беренсе урын өсөн — фотоаппарат, өс икенсе урын өсөн — «БашАрт»тан Ҡәҙим Аралбайҙың шиғыр юлдары менән биҙәлгән футболка, өсөнсө урын өсөн — редакциянан иҫтәлекле бүләктәр. Һәр ҡатнашыусыға рәхмәт ҡағыҙы тапшырыла. Бәйгеселәр икенсе ярты йыллыҡҡа «Шоңҡар» журналына мотлаҡ яҙылырға тейеш.

Жюри составына Ҡәҙим Аралбай, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, «Ағиҙел» журналының яуаплы секретары Дамир Шәрәфетдинов, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова һәм шағирҙың ҡыҙы, «Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева ингән.

«Ҡәҙим Аралбай — заманыбыҙҙың иң сағыу һүҙ оҫталарының береһе. Уның һәр яңы шиғыры йәки поэмаһы мөһим рухи-мәҙәни, милли, әхлаҡи-этик мәсьәләләргә бағышланған. Ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек — Ҡәҙим Аралбай шиғриәтенең төп сифаттары. Тап ана шуның өсөн яраталар ҙа шағирҙы киң ҡатлам уҡыусылар», — тип билдәләнеләр конкурсты ойоштороусылар.