Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Республикала Яҙғы төҙөлөш форумы үтә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

29 марттан 1 апрелгә тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында республика төҙөлөш тармағының ҙур бизнес-проекты — Яҙғы төҙөлөш форумы уҙа.

«Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт» программаһын тормошҡа ашырыу буйынса республика ҡала округтары һәм муниципаль берәмектәренең экспозицияһы форумдың төп ваҡиғаһы буласаҡ.

Сара барышында күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреүҙә бәләкәй ҡалаларҙың тәжрибәһен, ҡыйыҡтарҙы төҙөкләндереүҙең заманса технологияларын, күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь ремонт үткәреү тәжрибәһен, йылытыу, һыу менән тәьмин итеү һәм елләтеү системаларын һөҙөмтәле ҡулланыу проблемаларын, ҡалаларҙа һыу ресурстарын рациональ файҙаланыуҙы тикшереү күҙаллана.

Ғәҙәттәгесә, форум «Йылытыу. Һыу менән тәьмин итеү. Елләтеү», «Бөтәһе лә төҙөлөш һәм ремонт өсөн», «Күсемһеҙ милек-2016» күргәҙмәләрен берләштерәсәк.

Экспозициялар «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексының ике павильонын һәм асыҡ майҙансыҡты биләйәсәк. Унда Рәсәйҙең 15 төбәгенән 150-нән ашыу компания һәм сит ил етештереүселәре дилерҙары ҡатнаша.

Яҙғы төҙөлөш форумын ойоштороусы булып Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Өфө хакимиәте, Төҙөүселәр союзы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, башҡа ассоциациялар һәм союздар ярҙамында Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы сығыш яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть