10 декабрь, Шәмбе

24 март 2016 йыл, 12:39

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы асылды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 28-се ултырышы асылды. Ул республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың төбәк Хөкүмәтенең 2015 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренә арналды. Һуңынан парламентарийҙар иғтибарына Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең уҙған йылда республикала кеше хоҡуҡтарын һәм азатлығын һаҡлау тураһында доклады тәҡдим ителде.

Тәнәфестән һуң депутаттар республика закон проекттарын ҡараясаҡ. Көн тәртибенә 65 мәсьәлә ҡуйылған. Башҡортостандың 17 закон проектын аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡабул итеү ҡаралған. Тәүҙә 14 закон проекты тикшереләсәк. «Башҡортостан Республикаһында автомобиль юлдары һәм юл эшмәкәрлеге», «Мәҙәниәт тураһында», «Башҡортостан Республикаһында дәүләт милкен хосусилаштырыу тураһында»ғы закондарға үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителгән.

Пленар ултырыштың дүрт мәсьәләһе — Дәүләт Йыйылышының федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү тураһында башланғыстары, йәнә 15 һорау — парламентҡа килгән федераль закон проекттарын ҡарау.