6 декабрь, Шишәмбе

24 март 2016 йыл, 12:02

Баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә юлдар ҡәнәғәтләнерлек түгел — Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты

фото: автор фотоһы | видео: автор

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 23 мартта «Юлдарҙың сифатын балайбыҙ» проекты сиктәрендә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе ағзалары республикала юлдарҙың торошон тикшерҙе. Алдан хәбәр ителгәнсә, «фронтовик»тар битараф булмаған автоһәүәҫкәрҙәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе юлдарҙың проблемалы участкалары хаҡында хәбәр итеүҙәрен һораны. 02region@onf.ru электрон почтаһына йөҙгә яҡын мөрәжәғәт килде. Тап шулар буйынса емерек юлдар картаһы төҙөлдө. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы, Өфө хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы, Юлдар һәм яһалма ҡоролмаларҙы төҙөү, ремонтлау идаралығы, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән берлектә рейд ойошторолдо.

Рейдта ҡатнашыусылар Совет, Октябрь, Орджоникидзе һәм Калинин райондары юлдары, атап әйткәндә, Бабушкин, Комсомол, Сипайлово, Трамвай, Сельская Богородская, Вологодск, Ҡулса, Невский урамдары буйлап үтте. Тикшереү мәлендә юлдарҙың күпселек өлөшөндә соҡорҙарҙы ямау эштәре бара ине. Маршруттың планы буйынса ҡаланың төрлө урындарында туҡталыштар яһалды, унда район хакимиәте башлыҡтары урынбаҫарҙары «фронтовиктарға» юлдарҙың торошо хаҡында мәғлүмәт бирҙе.

Совет районында Ибраһимов бульварында, Революция, Оло Граждандар, Бабушкин урамдарында юлдар бик насар. Бессонов урамында эштәр тамамлана. Комсомол һәм Киров урамдарында ла эш күләме ҙур.

Калинин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алик Вәлиев билдәләүенсә, бөгөн районда хәүефһеҙ йөрөү өсөн соҡорҙар ямала, төҙөлөш миҙгелендә капиталь ремонт башлана. Тәүҙә беренсе Май урамы төҙөкләндерелә. Быйыл район һәм ҡала көсө менән Интернациональ урамында эштәр тамамланасаҡ.

«2014 һәм 2015 йылдарҙа ремонт үткәрелгән урамдарҙағы участкаларҙың торошо әлегә яҡшы. Һүҙ Черниковск, Богдан Хмельницкий, Баландин, Трамвай, Вологодск урамдары, шулай уҡ күпер тороҡтары хаҡында бара», — тип өҫтәне башлыҡ урынбаҫары.

Орджоникидзе районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Игорь Трухневич фекеренсә, ҡыштың йылы булыуы, шулай уҡ капиталь ремонт үткәрелмәүе юлдарҙың торошона кире тәьҫир итте.

«Беҙ ҡаланың төньяҡ һәм көньяҡ өлөшөндәге юлдар торошон ҡараныҡ. Күп йәһәттән эштәр башҡарыла. Берҙән-бер һорау — технологияларҙы үтәү, был иһә ҡала хакимиәте заказсыһы вәкиле намыҫында ҡала, — тип билдәләне Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Башҡортостан төбәк штабының «Көндәлек тормош сифаты» эшсе төркөмө етәксеһе Николай Фадеев. — Өфөнөң көньяғында юлдар күпкә яҡшыраҡ. Черниковка, Индустриаль шоссе ҡәнәғәтләнерлек түгел. Июнгә тиклем бөтә эштәр ҙә башҡарыласаҡ, тип вәғәҙә бирҙе чиновниктар. Май айында йәнә рейд ойошторабыҙ һәм ремонт эштәренең нисек башҡарылғанын тикшерәбеҙ».