Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

14 марттан 21-нә тиклем төбәктә ҡарабойҙай һәм вермишель ҡиммәтләнгән — статистика

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.

14 марттан 21-нә тиклем республикала ҡарабойҙай ярмаһы (3,8 процентҡа), вермишель (2,4), алма (1,5), көнбағыш майы (1,4), бойҙай оно (1,2), аш тоҙо (1,0) ҡиммәтләнгән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Аҡ майға хаҡ 0,9 процентҡа күтәрелгән, бөртөклө ҡара сәй — 0,8, арыш икмәге — 0,5, пастеризацияланған һөт — 0,4, бойҙай ононан бешерелгән икмәк һәм булка изделиелары — 0,3, стерилләнгән һөт һәм сусҡа ите — 0,2, һарыҡ ите һәм һыуытылған тауыҡ ите 0,1 процентҡа ҡыйбатланған.

Шул уҡ ваҡытта картуфтың хаҡы 2,2 процентҡа төшкән. Кишер (1,9 процентҡа), аҡ күсәнле кәбеҫтә (1,4), туңдырылған балыҡ һәм һыйыр ите (0,5), тауыҡ йомортҡаһы, тары һәм дөгө (0,4), шәкәр ҡомо һәм башлы һуған (0,1) арзанайған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть