4 декабрь, Йәкшәмбе

23 март 2016 йыл, 17:13

«Өфө» аэропортында Салоникиға тура рейс асыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Быйыл йәй «Өфө» аэропортында Салоникиға тура рейс асыла. Һәр ун көн һайын (шишәмбе һәм йәкшәмбе) «Өфө — Салоники — Өфө» тура маршруттары ойошторола. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Осоштар 2 июндән 25 сентябргә тиклем планлаштырылған. Грецияға 150 пассажирға иҫәпләнгән Airbus A319 самолеттары оса.

Улар өсөн уңайлы расписание төҙөлгән: Салоникиға иртән барып етәһең, Өфөгә осоу иһә кискә планлаштырылған. Салоникиға тура рейс Халкидики ярымутрауына, Пиерия төбәгенә, Тасос утрауына турҙар өсөн башланғыс булып тора.

темалар: аэропорт