9 декабрь, Йома

23 март 2016 йыл, 16:47

Баш ҡалала «Киләсәк мәғарифы» форумы эш башланы

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 23 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Конгресс-холда асылған «Киләсәк мәғарифы» форумында ҡатнашты.

Форум барышында республика етәксеһе М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының уҡытыусының һөнәри үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу буйынса мөмкинлектәре менән танышты. Уҡыу йортоноң ректоры Раил Әсәҙуллин «Асыҡ мәктәп» проектын тәҡдим итте. Был – берҙәм республика теҙмәһенә ярашлы төбәктәге мәктәптәрҙе мәктәп программаһының бөтә предметтары буйынса өҙлөкһөҙ уҡыу һәм өҫтәмә онлайн-контент менән тәьмин итеүсе электрон белем биреү ресурсы. Порталда дәрестәрҙе Өфөнөң һәм республиканың алдынғы уҡытыусылары алып бара.

– «Асыҡ мәктәп» сайтын ҡарағас, уҡытыусыларҙың уҡыуына аптыраным. Уҡытыусы ябай тел менән аңлатырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов. – Идеяһы яҡшы, әммә йөкмәткеһе өҫтөндә эшләргә кәрәк. Хәҙер «Асыҡ мәктәп» менән бер кемде лә аптыратып булмай, йөкмәтке, сифат, материалды аңлата белеү мөһим.

М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның мәғлүмәт технологиялары буйынса проректоры Илья Кудинов республика Башлығына алдынғы педагогик тәжрибәләрҙе таратыуға йүнәлтелгән «Башҡортостандың мәғлүмәт-мәғариф порталы» һәм «Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусылары һәм мәктәптәре» проекттары хаҡында һөйләне.

Рөстәм Хәмитов республика белем биреү ойошмаларының күргәҙмәһе менән танышты һәм «Йәш профессионалдар» чемпионатының төбәк этабында еңеүселәргә дипломдар тапшырҙы.

– Бөгөн бында Башҡортостандағы бөтә уҡыу, белем биреү учреждениеларының стендтары ҡуйылған. Был һеҙҙең менән яңы форматта аралаша башлауыбыҙ хаҡында һөйләй. Бөгөнгө мәғариф булһа ла, беҙ уны «Киләсәк мәғарифы» тип атайбыҙ. Һис шикһеҙ, белем биреү аша йәмғиәтебеҙ яңы тәжрибә туплай, прогресҡа булышлыҡ итә ала һәм тейеш, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.