8 декабрь, Кесе йома

23 март 2016 йыл, 15:48

Радик Гәрәев исемендәге йырсылар конкурсында еңеүсе йөҙ мең һум аҡса аласаҡ

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда Радик Гәрәев исемендәге йырсылар конкурсы еңеүсеһе билдәләнәсәк. Бәйге бөгөн, танылған йырсының тыуған көнөндә, Яңауыл ҡалаһында башланды. Уны ойоштороусы булып Яңауыл районы хакимиәте сығыш яһай.

Муниципалитет хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, быйыл конкурс бишенсе тапҡыр үткәрелә. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара, бөтә Союз һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, Ғ.Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты, Яңауыл районында тыуып үҫкән Радик Гәрәевҡа 60 йәш тулған булыр ине.

Йырсылар бәйгеһендә республиканың 10 районынан һәм алты ҡалаһынан 50 башҡарыусы ҡатнаша. Иң йәш ҡатнашыусыға 12 йәш булһа, иң өлкәненә –  75. Улар халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡара. Һуңғыһы – Радик Гәрәевтың репертуарынан.

Конкурсанттарҙы З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире Фәрзәнә Сәғитова рәйеслегендәге жюри баһалай. Жюри составына республиканың күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Эльвира Ғәйфуллина, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнәүи Сәлихов, шулай уҡ Яңауыл ҡалаһындағы Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Хәлисә Нәсибуллина ингән.

Көн дауамында бәйгеселәр тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәм ҡала мәктәптәренең береһендәге музейҙа артистың ижадына арналған күргәҙмә менән таныша ала.

Һуңынан Радик Гәрәевтың ижадын һөйөүселәр өсөн гала-концерт уҙа, унда конкурс еңеүселәре һәм дипломанттары бүләкләнәсәк. Гран-при яулаусы йөҙ мең һум күләмендә аҡсалата премия аласаҡ.