10 декабрь, Шәмбе

23 март 2016 йыл, 14:58

Өфөлә педагогия университетында Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты 9-11 класс уҡыусыларын, урта һәм юғары һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларҙы Асыҡ ишектәр көнөнә саҡыра. Сара 23 һәм 24 мартта иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем үтә.

Сара БДПУ-ның икенсе корпусында ойошторола, унда абитуриенттарға университеттың факультеттары, институттары һәм колледждары менән танышыу, һөнәри оҫтаханалар эшендә үҙ көсөн һынап ҡарау, ҡабул итеү кампанияһы мәсьәләләре буйынса консультация алыу мөмкинлеге бирелә.

Шулай уҡ уҡыусылар өсөн математика, рус теле, йәмғиәтте өйрәнеү һәм биология фәндәренән Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү буйынса дәрестәр ҡаралған.

Асыҡ ишектәр көнө Октябрь революцияһы урамы, 3а адресы буйынса уҙа. Ҡабул итеү комиссияһының телефоны: (347) 272-11-16.