3 декабрь, Шәмбе

23 март 2016 йыл, 12:02

«Башҡортостан королеваһы-2016» титулын Өфө ҡыҙы Зилә Нурғәлиева яуланы

фото: Тимур Шәрипҡолов

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «Башҡортостан королеваһы-2016» төбәк гүзәллек конкурсы тамамланды. Уны «Грация-Элит центр» матурлыҡ академияһы ойошторҙо.

Төп титулға һәм тажға Өфө ҡыҙы Зилә Нурғәлиева лайыҡ булды. 22 йәшлек ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетында уҡый. Өфөнән 30 йәшлек эшҡыуар Анастасия Теленкова — беренсе вице-Королева, Балтас районының Иҫке Балтас ауылынан Юлианна Әмирйәнова икенсе вице-Королева исемен алды. Юлианна — конкурста ҡатнашыусыларҙың иң йәше, уға 17 йәш, әле ул Өфө финанс-иҡтисад колледжында белем ала.

Бәйгелә финалға сыҡҡан һигеҙ ҡыҙ ҡатнашты. Улар үҙҙәренең ижади һәләтен һәм аш-һыуға оҫталығын, мәҙәни аралаша белеүен, милли кейемдәрҙә һәм киске күлдәктәрҙә дефиле күрһәтте. Һылыуҡайҙар йырланы, бейене, нәзәкәтле ризыҡтар әҙерләне һәм хатта үҙҙәре яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Еңеүсе быйыл сентябрь айында Өфөлә үтәсәк «Рәсәй королеваһы-2016» конкурсында республика исеменән сығыш яһаясаҡ. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн баш ҡалабыҙға төрлө төбәктәрҙән 50 ҡыҙ киләсәк.