9 декабрь, Йома

23 март 2016 йыл, 11:23

Республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү 60 процентҡа артҡан

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам күрһәтеү» дәүләт программаһын финанслау күләмен арттырҙы. Программаны тормошҡа ашырыуға сығымдар 4,47 миллиард һумға тиклем, йәғни 60 проценттан ашыуға арттырылған.

Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, был финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә башҡарылған. 2013 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса программа ҡабул ителгән саҡта федераль ҡаҙнанан 1,97 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралғайны. Хәҙер ошо сумма 3,36 миллиард һумға етте. Республика бюджетынан аҡса күләме 775,2 миллион һумдан 1,09 миллиардҡа тиклем артты.

Программа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам күрһәтеүҙең финанс технологияларын үҫтереүҙе, йәштәр эшҡыуарлығы субъекттарын бизнес-проекттар һәм бизнес-идеялар булдырыуға дәртләндереүҙе, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең абруйын арттырыу буйынса сараларҙы күҙ уңында тота.