5 декабрь, Дүшәмбе

23 март 2016 йыл, 10:32

Рөстәм Хәмитов электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Совет ултырышын үткәрҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 22 мартта Өфөлә Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Советтың күсмә ултырышын үткәрҙе. Унда Совет ағзалары, шулай уҡ республика министрлыҡтары, ведомстволары һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашты.

Ултырыш башланыр алдынан Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов төбәк етәксеһенә республиканың мәғариф ойошмалары тәжрибәһенә электрон белем биреүҙе индереү тураһында һөйләне. Институт хеҙмәткәрҙәре уҡытыусының һөнәри эшмәкәрлеге барышында уны ғилми-методик яҡтан үҫтереү һәм мәғлүмәт-коммуникация компетенцияларын камиллаштырыу варианттарын тәҡдим итте.

Стәрлетамаҡ районы Беренсе Май ауылы урта мәктәбенең физика уҡытыусыһы Дмитрий Кущ үҙе әҙерләгән «Уҡыусыларҙы ситтән тороп уҡытыу өсөн физика буйынса виртуаль лаборатория»һын күрһәтте. Бындай эштәрҙе Мәғарифты үҫтереү институты ярҙамында тиражларға кәрәк, тип билдәләне республика Башлығы.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, әлегә республикала электрон белем биреүҙең берҙәм системаһы булдырылмаған.

– Тәү сиратта электрон белем биреүҙе ойоштороуҙа махсуслашҡан, ошо өлкәлә уңышлы тәжрибәһе булған уҡыу йорттарының пилот башланғыстарына ярҙам итеү мөһим. Һөҙөмтәле белем биреү контентын булдырыу өҫтөндә әүҙемерәк эшләргә кәрәк, – тине республика Башлығы.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов республикала смарт йәмғиәтте үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, электрон мәғариф үҙмаҡсат булырға тейеш түгел. Төп бурыс – төбәк иҡтисадының өҫтөнлөклө тармаҡтары өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү. Хеҙмәт баҙары үҫешен күҙаллау һәм кадрҙарға ихтыяжды иҫәпкә алыу мөһим. Вице-премьер электрон белем биреүҙең перспективалы алымдарын уңышлы индереү өсөн мәктәп һәм вуздарҙың тейешле мониторинг системаһын әҙерләргә тәҡдим итте.

«Башҡортостанда электрон белем биреү» мәғариф ойошмалары ассоциацияһы советы рәйесе Илья Кудинов ассоциацияның электрон белем биреү системаһын үҫтереү буйынса бурыстары тураһында һөйләне. Республика Башлығы, үҙ сиратында, электрон белем биреү өлкәһендә лидер төбәктәр ассоциацияһын булдырыу тәҡдимен индерҙе.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шароновтың киләһе ултырышты республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы учреждениела үткәреү тәҡдимен хупланы.