9 декабрь, Йома

22 март 2016 йыл, 16:46

«Шаяниум-2016» конкурсында Гран-приға «Башҡорттар.ru» командаһы лайыҡ булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Шаяниум-2016» конкурсында Гран-приға Республика башҡорт лицей-интернатынан «Башҡорттар.ru» командаһы лайыҡ булды. Кисә Өфө балалар филармонияһында башҡорт телендә шаяндар һәм отҡорҙар ҡала конкурсының финал уйыны үтте.

Финал уйынын асып, Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов конкурстың офоҡтары йылдан-йыл киңәйеүен, әүҙем ҡатнашыусы командаларҙың һаны артыуын билдәләне.  

Район этаптарында 44 команда ҡатнашты, 22-һе ярымфиналға сыҡты. Башҡорт гимназиялары һәм лицейҙары командалары менән бер рәттән уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәп уҡыусылары ла үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте.

Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының «XX Централ», М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының «Кендектәр», 122-се башҡорт гимназияһының «Ша-Шу-Ша», 102-се башҡорт гимназияһының «Етегән+1», 48-се башҡорт лицейының «Сәтәкәй», Республика башҡорт лицей-интернатының «Башҡорттар.ru» һәм 159-сы мәктәптең «Хыялый-Зыялыйҙар» командалары финалға сыҡты.

Уйын йомғаҡтары буйынса, Гран-приға лайыҡ булыусынан тыш, өс еңеүсе билдәләнде. «Кендектәр» командаһы беренсе урын алды, икенсе-өсөнсө урындарҙа — «Ша-Шу-Ша» һәм «XX Централ».

«Иң дуҫ команда» — «Хыялый зыялыйҙар», «Тамашасылар һөйөүе» — «Етегән+1», «Асыш» — «Сәтәкәй». Иң яҡшы ир-егет ролен — 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Айнур Шәрипов, иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен 48-се башҡорт лицейы уҡыусыһы Әлиә Мөхәмәтйәнова уйнаны.

темалар: йәштәр, квн