5 декабрь, Дүшәмбе

22 март 2016 йыл, 16:11

Төбәктә фермерҙарға ярҙам һәм малсылыҡ фермаларын үҫтереү буйынса программала ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу башланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам күрһәтеү һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү буйынса маҡсатлы программала ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу башланды. Ике программа ла 2018 йылға тиклем иҫәпләнгән.

Проекттарҙы эксперт жюрийы баһалай. Уның составында Ауыл хужалығы министрлығы, Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге, Башҡорт дәүләт аграр университеты, йәмәғәт ойошмалары, республика ведомстволары вәкилдәре, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре бар.

Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен һәм Борай райондары вәкилдәре жюри ағзаларына конкурс проекттарын тәҡдим иткән.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин һүҙҙәренсә, быйыл ошо маҡсатлы программала ҡатнашыу өсөн 484 ғариза тупланған. Шуларҙың 399-ы яңы эш башлаған фермерҙарҙан килгән.

Быйыл ғаризаларҙың күбеһен Урал аръяғы фермерҙары тапшырған, шуға күрә 24-25 мартта Белоретта улар өсөн ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу буйынса комиссия эшләйәсәк. Республиканың төньяҡ-көнсығыш фермерҙары өсөн дә күсмә ултырыштар планлаштырылған.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, маҡсатлы программаларҙа ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу 8 апрелдә тамамлана.