Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың төбәк-ара конгресы уҙғарыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

24 мартта Башҡортостандың баш ҡалаһында «Перспектива — Төбәк-2016» бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ етәкселәренең төбәк-ара конгресы үткәрелә.

Сараны ойоштороусылар булып Өфө хакимиәте, «Перспектива» төбәк үҫеш фонды, «Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһе, «Эшлекле кешеләр» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм Милли эшҡыуарлыҡ проблемаларын системалы тикшереү институты сығыш яһай.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конгресс эшендә Башҡортостан, Татарстан, Удмуртия, Сыуашстан, Пермь крайы, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск, Силәбе, Һамар һәм Киров өлкәләренән 150-нән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ етәкселәре ҡатнаша.

Тикшереләсәк төп темалар — йәштәр эшҡыуарлығы, эшҡыуарға ярҙамға мәғлүмәт технологиялары, ваҡлап һатыуҙа проблемалар, предприятие өсөн конкурентлы өҫтөнлөк булдырыу.

Форумдың эшлекле өлөшөнән һуң «Төбәктәрҙең алтын фонды» премияһын тапшырыу тантанаһын уҙғарыу күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть