10 декабрь, Шәмбе

22 март 2016 йыл, 14:51

Республика һылыуҡайы «Мисс Рәсәй 2016» исеменә дәғүә итә

фото: Айбулат Аҡбутин һәм «Хылыукай-Bashkirian Beauty» студияһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 23 йәшлек Гөлнур Зиннәтова «Мисс Рәсәй 2016» исеменә дәғүә итә. Ул конкурстың сайтында барған интернет аша тауыш биреүҙә еңеп, Мәскәүҙә ойошторолған кастингта уңышлы сығыш яһаны. Унда илебеҙҙең төрлө ҡалаларынан 400-ҙән ашыу ҡыҙ ҡатнашты. Яҡташыбыҙ бөтә Рәсәй конкурсының 50 финалсыһы иҫәбенә инде.

Гөлнур биш йылдан ашыу Линара Таһированың «Хылыукай — Bashkirian Beauty» студияһында шөғөлләнә. Уның ҡыҙыҡһыныуҙары күп. Өс музыка ҡоралында (фортепиано, флейта, аккордеон) уйнай. Һөнәре буйынса — музыка уҡытыусыһы, бейеү, бокс менән мауыға. Республика һәм төбәк-ара гүзәллек бәйгеләрендә ҡатнашҡан, Сочиҙа ҡышҡы Олимпия уйындарында ирекмән булып эшләгән.

Студия етәксеһе Линара Таһирова һөйләүенсә, контракт шарттары буйынса һылыуҙар бер ай буйына 16 апрелдә үтәсәк финалға әҙерләнә. Конкурс барышын «Бәйләнештә» төркөмөндә күҙәтеп барырға мөмкин.