11 декабрь, Йәкшәмбе

22 март 2016 йыл, 14:06

Башҡортостан «Китап» нәшриәте үҙенең майҙанын арттыра

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте фирма магазинының майҙанын арттыра. 23 мартта яңы сауҙа залының презентацияһы уҙа.

«Был көндә китап продукцияһына 10 процентлыҡ ташлама ҡаралған. Яңы иркен сауҙа залы һатып алыусыларҙың юғары баһаһына лайыҡ булған да инде», — тип хәбәр иттеләр нәшриәттең матбуғат хеҙмәтендә.

Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә асыла. Адресы: Октябрь проспекты, 2.

Ошо көндәрҙә нәшриәттең яңы сайты эшләй башланы. Ресурс заманса, уңайлы һәм бай мәғлүмәтле. Интернет-магазин аша китаптарҙың ҡағыҙ һәм электрон варианттарын һатып алырға мөмкин.

темалар: китап сығарыу