6 декабрь, Шишәмбе

22 март 2016 йыл, 13:00

Төбәктә йәшәүселәрҙең фекере автомобиль юлдарын файҙаланыуҙың сифатын яҡшыртырға ярҙам итәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда автомобиль юлдарын файҙаланыуға йәмәғәт контроле системаһын индереүҙе күҙ уңында тотҡан закон проекты тикшереүгә сығарылды. «Асыҡ Республика» порталында теләгән һәр кем үҙенең фекерен ҡалдыра ала, тип хәбәр итә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте.

«Сифатлы юлдар менән ҡыҙыҡһынған автоһәүәҫкәрҙәр һаны йылдан-йыл арта. Был йәмәғәт транспорты хеҙмәттәре менән әүҙем файҙаланған йәйәүлеләргә лә ҡағыла. Республикала автомобиль юлдарын файҙаланыуға бәйле закон проектын йәмәғәтселек тикшереүенә сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Беҙгә тәҡдим ителгән башланғыстың автомобиль магистралдәрен файҙаланыуҙың сифатына ни тиклем йоғонто яһай алыуын аңлау мөһим. Һуңғы ваҡытта йәмәғәт контроленең абруйы арта. Шуға күрә әүҙем фекер алышыуҙар һәм файҙалы тәҡдимдәр булыр, тип өмөтләнәм», — тине Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев.

«Башҡортостан Республикаһында автомобиль юлдары һәм юл эшмәкәрлеге тураһында»ғы Закондың ғәмәлдәге редакцияһын төбәктә юл эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыу өлкәһендә йәмәғәт контроле мәсьәләләрен көйләүсе мәҡәләләр менән тулыландырыу тәҡдим ителгән. Башланғыс Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты ултырышында ҡаралған.