9 декабрь, Йома

22 март 2016 йыл, 11:53

Баш ҡалала Граждандарҙы яҡлау идаралығына яңы етәксе тәғәйенләнде

фото: Өфө хакимиәте сайты

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 22 мартта Өфөлә муниципалитеттағы оператив кәңәшмәлә кадрҙарҙың үҙгәреше тураһында хәбәр иттеләр. Рәсим Абдуллин ҡала хакимиәтенең Граждандарҙы яҡлау идаралағы етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнде.

Рәсим Миҙхәт улы Абдуллин — янғын һағы хеҙмәтендә күп йыллыҡ стажы булған тәжрибәле етәксе. Ул 1985 йылда Свердловск янғын-техник училищеһын тамамлаған, һуңынан Туймазыла янғын һүндереү бүлегендә хеҙмәт иткән. 2011 йылдың майынан Башҡортостан буйынса Федераль янғын хеҙмәтенең 22-се отрядын етәкләгән.