9 декабрь, Йома

22 март 2016 йыл, 11:14

Өфөлә ШОС илдәре йондоҙҙары ҡатнашлығында Науруз байрамы уҙҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Быйыл Науруз байрамы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Республиканың төп концерт залында төбәктә йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың вәкилдәре йыйылды. Күптәр милли кейемдә килгән, улар туған телендә бер-береһен байрам менән ҡотланы, бүләктәр бирҙе.

Ҙур концерт программаһы халыҡ-ара форматта уҙҙы. Төп кешелек ҡиммәттәренең береһе булараҡ халыҡтар дуҫлығын данлау байрамдың төп идеяһы булды. Байрамды Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең төрки халыҡтары эстрадаһы йондоҙҙары сығышы биҙәне.

Һәр сығыш яһаусы тамашасыларға туған мәҙәниәтенең, үҙенсәлекле милли сәнғәтенең бер өлөшөн бүләк итте. Үзбәкстандың халыҡ артисы Мансур Ташматов «Ташкент — Көнсығыш йондоҙо» йырын башҡарҙы. Ҡырғыҙстан ҡунағы Курал Чокоев 2014 йылда «Урал моңо» халыҡ-ара конкурсында ҡатнашҡан ваҡытта уҡ баш ҡала тамашасыларының һөйөүен яуланы. Был юлы йырсы «Ой тобо» йырын бүләк итте. Өфөләге иң әүҙем диаспораларҙың береһе — тажиктар. Тап уларҙың әүҙемлеге арҡаһында Тажикстан йырсыһы Саъдии Буризод быйыл да яҙғы байрамды Өфөлә ҡаршыланы. Ул тамашасыларҙы «Науруз» халыҡ йыры менән ҡаршы алды. Азербайжан мәҙәниәте менән йәш эстрада йырсыһы Мехмен Тагиев таныштырҙы. Татарстандан Алина Шәрифйәнова, Мәскәүҙән Рэдик Ефремов һәм Вадим Захаров башҡарыуында башҡорт, татар, сыуаш йырҙары яңғыраны.

«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «Карауан-һарай» студияһы, йырсылар Гөлсөм Бикбулатова, Иҙрис Ғәзиев, Дияна Ишниязова, Марсель Ҡотоев, ҡурайсы Ишморат Илбәков башҡорт сәнғәтен лайыҡлы күрһәтте.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, республика халыҡтары ассамблеяһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны.