8 декабрь, Кесе йома

21 март 2016 йыл, 17:36

Өфөлә IV иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр форумы уҙғарыла

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың баш ҡалаһында IV иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр форумы уҙғарыла. Был — Рәсәй ҡалалары союзының эшләү формаларының береһе, унда мэрҙар ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләрҙе тикшереп, белемдәре һәм тәжрибәләре менән уртаҡлаша ала. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Быйыл июндә IV иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр форумы Өфөлә үтә. Ҡала күләмле саралар уҙғарыу өсөн тейешле инфраструктураға һәм әҙерлекле кадрҙарға эйә. Осрашыу Конгресс-холда ойошторола һәм тәүге тапҡыр халыҡ-ара статусын ала: сараға сит ил ҡалаларынан коллегалар саҡырыла. Секцияларҙың береһе халыҡ-ара үҙ-ара килешеп эш итеүгә, туғандаш ҡалалар араһында үҙ-ара мөнәсәбәт булдырыуға һәм Рәсәй ҡалаларының халыҡ-ара позицияларын үҫтереүгә арнала. Төп тема — Рәсәй ҡалалары союзының иң яҡшы муниципаль тәжрибәләрен индереү механизмдарын тикшереү, тип билдәләнеләр мэрияла.

Рәсәй ҡалалары союзы — илдәге күптәнге йәмәғәт ойошмаларының береһе. Ул 1991 йылдың мартында 65 ҡаланың башланғысы буйынса Рәсәйҙә урындағы үҙидара булдырыуға булышлыҡ итеү маҡсатында булдырыла. Уның төп бурыстары — ҡалаларҙың ыңғай тәжрибәләрен өйрәнеү, дөйөмләштереү һәм таратыу. 2016 йылда Союзға Севастополь һәм Симферополь ҡабул ителде.