3 декабрь, Шәмбе

21 март 2016 йыл, 16:53

«Тылсымлы моңдар» фестивалендә Гран-приға «Хазина» ансамбле лайыҡ булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Дәүләкәндә «Тылсымлы моңдар» башҡорт фольклор коллективтарының төбәк фестивале тамамланды. Гран-приға Бишбүләк районынан «Хазина» фольклор ансамбле лайыҡ булды.

Бәләбәйҙән «Йондоҙ» йыр ансамбле һәм Благовар районынан «Аманат» халыҡ вокаль ансамбле беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнде. «Әхирәттәр» (Әлшәй районы), «Гөлнәзирә» (Дәүләкән районы), «Сулпылар» (Миәкә районы), «Алтынай» (Октябрьский ҡалаһы) ансамблдәре икенсе урын алды. Өсөнсө урынға «Аманат» коллективы (Бәләбәй ҡалаһы), «Асылыкүл ынйылары» (Дәүләкән районы), «Ынйылар» (Октябрьский ҡалаһы) ансамблдәре, «Дуҫлыҡ» халыҡ фольклор ансамбле (Салауат) лайыҡ булды.

Халыҡ таланттары йыйынында Әлшәй, Благовар, Бишбүләк, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Миәкә, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Шишмә райондарынан һәм Октябрьский, Салауат ҡалаларынан 300-гә яҡын үҙешмәкәр артист ҡатнашты. Конкурсанттар боронғо йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, уйындарҙы күрһәтте.

Жюри составында республиканың танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре: М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы профессоры Әхмәт Сөләймәнов, Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре Гөлгөнә Баймырҙина, Эльвира Йыһангирова, Резеда Ҡәләмова эшләне. Фестивалде ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм район хакимиәте сығыш яһаны.