Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ғинуарҙа төбәктең ҙур һәм урта предприятиелары 3,8 миллиард һум күләмендә дөйөм килем алған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылдың ғинуарында республиканың ҙур һәм урта предприятиелары 3,8 миллиард һум күләмендә дөйөм килем алған. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда 10,8 миллиард һум күләмендә зыян килгән.

Республиканың файҙаһыҙ ойошмалар өлөшө 28,2 процентҡа тиклем артҡан (2015 йылдың ғинуарында 24,7 процент). Өҫтәүенә килемһеҙ эшләүсе предприятиеларҙың зыян суммаһы 25,6 миллиардтан 7,3 миллиард һумға тиклем кәмегән.

2016 йылдың ғинуар аҙағына түләнмәгән кредитор бурысы 16,4 миллиард һум, йәғни кредитор бурысының дөйөм суммаһынан 2,9 процент тәшкил иткән. Түләнмәгән кредитор бурысының 72,8 проценты — предприятиеларҙың тәьмин итеүселәргә бурысы. Предприятиеларҙың банктарҙан алынған кредиттар һәм займдар буйынса бурысы йыл башынан 1,6 процентҡа кәмегән.

Түләнмәгән дебитор бурысы 29,3 миллиард һум, йәғни дөйөм бурыстан 7,1 процент тәшкил иткән.

Дөйөм кредитор бурысы дебитор бурысынан — 38,4, түләнмәгән дебитор бурысы түләнмәгән кредитор бурысынан 78,4 процентҡа күберәк (2015 йылдың декабрь аҙағына — 28,3 һәм 41,5 процентҡа).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть