3 декабрь, Шәмбе

21 март 2016 йыл, 15:00

Өфө сәнғәт институтында Асыҡ ишектәр көнө үткәрелә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла. 25 мартта, 1, 8, 15 һәм 22 апрелдә республиканың төп ижади уҡыу йорто менән танышырға теләүселәрҙе саҡыралар. Иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем абитуриенттар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн белгеслек һәм йүнәлештәр буйынса консультациялар ойошторола.

Һорауҙар менән ҡабул итеү комиссияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Адресы: Ленин урамы, 14, телефон: 276-19-36. Музыка факультеты: 273-45-91, башҡорт музыкаһы факультеты: 272-40-26, ситтән тороп уҡыу бүлеге: тел.: 272-27-60; икенсе корпустың адресы: Цюрупа урамы, 9, театр факультеты: 272-24-31, һынлы сәнғәт факультеты: 276-47-29. Тулыраҡ мәғлүмәт — вуздың сайтында.

Өфө дәүләт сәнғәт институтының дүрт факультетында (музыкаль, театр, һынлы сәнғәт һәм башҡорт музыкаһы) 20 белгеслек буйынса студенттар әҙерләйҙәр. Сәнғәт институтында буласаҡ музыканттар, дирижерҙар, артистар, хор етәкселәре, композиторҙар, йырсылар, актерҙар, режиссерҙар, рәссамдар, дизайнерҙар уҡый. Уны тамамлаусылар республикала, Рәсәйҙә, сит илдәрҙә театрҙарҙа, музыка учреждениеларында, сәнғәт һәм мәҙәниәт уҡыу йорттарында, радиола һәм телевидениела эшләй. Көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлегенә ҡабул итеү ойошторола, ҡайһы бер белгеслектәр өсөн әҙерлек төркөмдәре бар.