11 декабрь, Йәкшәмбе

21 март 2016 йыл, 14:26

Республикала Берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу башланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу башланды. 21 марттан 23 апрелгә тиклем 300-гә яҡын уҡыусы илдә тәүгеләрҙән булып аттестация үтәсәк.

Имтиханда билдәле сәбәптәр буйынса БДИ-ны һуңыраҡ бирә алмаған алмаған уҡыусылар, шулай уҡ уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар ҡатнаша.

21  мартта — математика буйынса база кимәлендәге имтихан. 23-дә — информатика һәм ИКТ, шулай уҡ тарих. 25 мартта — рус теле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы. 28 мартта математиканы һәм ҡатнаш дисциплинаны һөнәри эшмәкәрлектәрендә ҡулланырға ниәтләгән мәктәп тамамлаусылар һәм абитуриенттар математика буйынса профилле кимәлдә һынау тота. 30 мартта — йәмғиәтте өйрәнеү, 1 апрель — география һәм әҙәбиәт, 2 апрель — физика һәм химия, 8 апрель — сит телдәрҙән телдән имтихан, 9 апрель — биология һәм сит телдәрҙән яҙма имтихан. 15 апрелдән 23-нә тиклем резерв көндәр ҡаралған.

Быйыл Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханына бөтәһе 20,5 мең самаһы кеше теркәлгән. Уҡыусыларҙың күбеһе профилле математикаға өҫтөнлөк биргән — был фәндән 14,5 мең кеше имтихан тапшыра. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙа — йәмғиәтте өйрәнеү(11 мең уҡыусы ) һәм физика (7 мең).

Берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу этабында бөтә аудиторияларҙа ла федераль инспекторҙар, федераль йәмәғәт күҙәтеүселәре һәм Рособрнадзор хеҙмәткәрҙәре эшләй.

темалар: бди