8 декабрь, Кесе йома

21 март 2016 йыл, 11:19

Туймазыла «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһы сиктәрендә 100 мең квадрат метр торлаҡ төҙөләсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Туймазы ҡалаһының Сулпан биҫтәһендә «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһы сиктәрендә 100 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү планлаштырыла. Был хаҡта республика Башлығына уның Туймазы районына эш сәфәре барышында «3-сө төҙөлөш фиомаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Илфир Миңлебаев хәбәр итте.

Төбәк етәксеһе күп фатирлы йорттарҙы төҙөү барышы менән танышты. Былтыр дөйөм майҙаны 8 мең квадрат метрлыҡ йорт файҙаланыуға тапшырылған. Быйыл 144 фатирлыҡ – ике, 160 фатирлыҡ бер йортто тапшырыу күҙаллана.

Илфир Миңлебаев хәбәр итеүенсә, Сулпан биҫтәһендә 300 мең квадрат метр торлаҡ, шулай уҡ 264 урынлыҡ мәктәп һәм 120 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын төҙөү планлаштырыла.

Илфир Миңлебаев һүҙҙәренсә, граждандарҙың ипотека йөкләмәһен еңеләйтеү өсөн фирма берлектә финанслау шарттарында тәүге иғәнәне түләргә ярҙам итә. Бынан тыш, 2007 йылдан предприятие каркаслы йорт һалыу технологияһы буйынса тиҙ төҙөлә торған торлаҡ төҙөлөшө менән шөғөлләнә. Уның квадрат метрының хаҡы 12 мең һум тәшкил итә.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Туймазы районында «Тәм-том фабрикаһы»нда ла булды.