4 декабрь, Йәкшәмбе

21 март 2016 йыл, 10:32

Октябрьский ҡалаһында яңы һыу менән тәьмин итеү системаһы сафҡа индерелде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 19 мартта эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Октябрьский ҡалаһының яңы һыу менән тәьмин итеү системаһын сафҡа индереүҙә ҡатнашты.

«Октябрьсккоммунводоканал» муниципаль унитар предприятиеһы директоры Айҙар Иманғолов һүҙҙәренсә, быға тиклем ҡала Татарстан биләмәһендә урынлашҡан Яҡшай, Өйәҙетамаҡ һәм Бәләкәй Баулы һыу алыу ҡоролмаларының ер аҫты сығанаҡтарындағы һыу менән тәьмин ителгән. Был схема эсәр һыуҙың сифаты буйынса норматив күрһәткестәргә тап килмәгән, иҫке объекттар халыҡты һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итмәгән. Өйәҙетамаҡ һәм Бәләкәй Баулы һыу алыу ҡоролмаларының туҡтатылыуына бәйле, халыҡҡа һыу биреү дефициты 30 процентҡа тиклем етә.

Һөҙөмтәлә Стивензя йылғаһында һыуһаҡлағыс төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Уның күләме – 19 миллион кубометр, һыу көҙгөһөнөң майҙаны – 272 гектар. Ул 2009 йылда файҙаланыуға тапшырыла.

Йәрмәкәй районының Яңы Шах ауылы янында республика Башлығы Стивензя йылғаһында һыуһаҡлағыстың насос станцияһын файҙаланыуға тапшырҙы. Һуңынан Рөстәм Хәмитов Спутник ҡасабаһында баҫым яһау резервуары майҙансығында булды, унда ул бөтә һыу ҡоролмаһының эшенә старт бирҙе, шулай уҡ лаборатория эшмәкәрлеге һәм һыуҙы зарарһыҙландырыу ҡулайламаһының эше менән танышты.

Рөстәм Хәмитов яҡын арала республикала яңы ҙур һыуһаҡлағыстар төҙөү күҙалланмай тип белдерҙе.

– Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Нефтекама кеүек ҙур ҡалалар һыу менән яҡшы тәьмин ителгән. Муниципалитеттарға килгәндә, бөгөн Борай районы хәүеф аҫтында. Унда һыу татырлы. Борайҙа эштәр шәптән түгел. Бынан тыш, Мишкә районында һыу үткәргес төҙөргә кәрәк, – тине Башҡортостан Башлығы. – Шул уҡ ваҡытта ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеү өҫтөндә эшләүҙе дауам итеү зарур. Әле һаман ҡоҙоҡтар, көйәнтәләр бар. Кешеләр ҡайһы берҙә алыҫтан һыу ташый. Дөйөм алғанда, һыу етәрлек, әммә уны һыу үткәргестәр аша ауылдар буйлап таратырға кәрәк. Ләкин әлегә ҙур һаҡлағыстар төҙөү күҙалланмай.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Октябрьскийға эш сәфәре барышында ҡаланың етештереү һәм социаль объекттарында ла булды.