Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

«Ҙур сумаҙан» тапшырыуының яңы миҙгеленең премьераһы тәүҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтелә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөгөн, 18 мартта, Башҡортостан юлдаш телеканалында хоккей уйынынан һуң «Ҙур сумаҙан» телепроектының яңы миҙгеленең премьераһы була. Ижади төркөм тамашасыларҙы Финляндия, Испанияның Коста-Бланка, Монако, АҠШ, Куба һәм Каталония тауыштары менән таныштыра.

«Проектта бер яңылыҡ бар: хәҙер финалда һәр саҡ акустик сәйәхәтселәр туплаған тауыштарҙан көй яңғыраясаҡ. Бары тик урамдағы шау-шыу, ҡоштар һайрауы, машиналар, йәнлектәр тауышы, — бер һүҙ менән әйткәндә, «Ҙур сумаҙан»дың акустик картаһында осраған тауыштар. Авторы — музыкант Митя Бурмистров», — тип һөйләне Башҡортостан юлдаш телевидениеһының матбуғат секретары Люция Дәүлиева.

Тауыштарҙан тыш, проектты алып барыусы Руслан Фаршатов урында билдәле бер йырҙы өйрәнеп, уның ярҙамында киске ашҡа аҡса эшләргә тейеш. Был юлы төрлө илдәрҙең урамдарында башҡарылған байтаҡ хиттар рәсәйҙәргә таныш. Мәҫәлән, Гуантанамо (Куба) ҡыҙы тураһында хитты СССР-ҙа тыуған кешеләрҙең барыһы ла белә, финдарҙың «Летка-енка» йыры күптәргә таныш. Монако кенәзлегенә ингәндә Руслан принцесса Стеффаниҙың йырын башҡарҙы. Нью-Йоркта ул — метро вагондарында, Лос-Анджелеста «Дан аллеяһы»нда ятып йырланы. Каталонияла Чемпиондар лигаһы финалында «Барселона» футбол клубы гимнын башҡарыу еңел бирелмәне.

Яңыртылған «Ҙур сумаҙан» һәр йома киске сәғәт 9-сы 15 минутта һәм шәмбе иртәнге 11 тула 15 минутта эфирға сыға. Былтыр «Пятница» телеканалы ошо программаны күрһәтергә хоҡуҡ алды. Уҙған йылдың майында «Трубадурҙың акустик сәйәхәте»нең 20 серияһы Рәсәй тамашасыларына тәҡдим ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть