9 декабрь, Йома

18 март 2016 йыл, 16:40

Төбәктә эшҡыуарҙар өсөн тәүге күп функциялы үҙәк асыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Тиҙҙән Башҡортостандың баш ҡалаһында тәүге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн күп функциялы үҙәк эшләй башлай.

«Эшҡыуарҙар өсөн күп функциялы үҙәк Сипайлово биҫтәһендә асыла. Был офис юридик шәхестәр менән генә эшләү өсөн бүленә», — тип хәбәр итте журналистарға республиканың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәге директоры Руслан Усманов.

Руслан Усманов фекеренсә, ошондай махсуслаштырылған күп функциялы үҙәк Башҡортостандың һәм Өфөнөң эшҡыуарлыҡ берләшмәләре өсөн бик кәрәк.

Республиканың башҡа ҡалаларында шундай үҙәктәр булдырыуға килгәндә, бөгөн был мәсьәлә асыҡ ҡала. Төбәктең дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәге етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостан ҡала һәм райондарында яҡшы үҫешкән күп функциялы үҙәк майҙансыҡтарын иҫәпкә алғанда, эшҡыуарҙар өсөн айырым урын булдырыу өсөн бер ни ҙә ҡамасауламай.