8 декабрь, Кесе йома

18 март 2016 йыл, 15:58

Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһе иҡтисади партнерлыҡты үҫтерә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһе иҡтисад өлкәһендә төбәк-ара бәйләнеште яйға һала. Республиканың Урал федераль округындағы рәсми вәкиле Амур Хәбибуллин эшлекле сәфәр менән өлкәнең Ҡортамыш районына барҙы. Осрашыу барышында муниципалитет башлығы Сергей Куликовских менән иҡтисади мәсьәләләрҙе үҫтереү, тарихи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау, байытыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров һөйләүенсә, сәфәр барышында даими вәкил райондың төп предприятиеларының береһе «Заготсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Бында ит әҙерләйҙәр һәм ағас эшкәртәләр. Амур Хәбибуллин менән осрашыу ваҡытында Сергей Куликовских аграр секторҙы үҫтереү өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтеү кәрәклегенә иғтибар итте.

«Урал аръяғы һәм Башҡортостан һәр саҡ аграр, малсылыҡ традициялары менән дан тотто. Беҙҙә берлектә эшләү өсөн тулы нигеҙ бар», — тип билдәләне Амур Хәбибуллин.

Даими вәкил белдереүенсә, предприятиеларҙы берләштереү, төбәк-ара кооперацияны, берлектәге проекттарҙы үҫтереү, тауар әйләнешен, сауҙа баҙарҙарын арттырыу — хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәре.

«Артабан бер нисә берлектәге проектты тормошҡа ашырырға тырышасаҡбыҙ. Күреүемсә, бында халыҡ эштән ҡурҡмай, шуға күрә һөҙөмтәләр ҙә ыңғай буласаҡ. Хәҙер иң мөһиме — ышаныс тыуҙырыу, үҫеш нөктәләрен табыу», — тип йомғаҡ яһаны Амур Хәбибуллин.