6 декабрь, Шишәмбе

18 март 2016 йыл, 15:08

Баш ҡала халҡын «Ер сәғәте» акцияһына ҡушылырға саҡыралар

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 19 мартта өфөләрҙе «Ер сәғәте» акцияһына ҡушылырға саҡыралар. Баш ҡалала йәшәүселәр 2013 йылдан алып халыҡ-ара сарала ҡатнаша. Киске 9-сы яртыла кешеләр бер сәғәткә электр утын һүндереп, тәбиғәткә һәм уның бөтә торған ресурстарына һаҡсыл ҡарашын сағылдыра. Ҡаланың ҡайһы бер райондарында электр энергияһы тапшырыуҙың һаҡсыл режимы индерелә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Акция барышында бер сәғәткә электр утын, төрлө техниканы һүндереп торорға кәрәк. «Ер сәғәте»нә бөтә теләүселәр ҙә ҡушыла ала, шул рәүешле улар сәләмәт планета өсөн «тауыш бирәсәк».

«Ер сәғәте» экологик акцияһында ер йөҙөндәге 2 миллиардтан ашыу кеше, 170-тән ашыу ил һәм 7000 самаһы ҡала, шул иҫәптән Өфө ҡатнаша.