Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Шаяниум-2016» конкурсының финалы уҙа

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

21 мартта көндөҙгө сәғәт 4-тә Өфө балалар филармонияһында «Шаяниум-2016» шаяндар һәм отҡорҙар конкурсының финалы үтә. 14-се тапҡыр уҙғарылған уйын Рәсәй киноһы йылына арналған.

Быйылғы уйындың темаһы — «Әйткән һүҙ – атҡан уҡ». Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, район этаптарында 44 команда ҡатнашты, 22-һе ярымфиналға сыҡты. Башҡорт гимназиялары һәм лицейҙары командалары менән бер рәттән уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәп уҡыусылары ла үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте.

«Шаяниум» конкурсының финалында Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының «XX Централ», М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының «Кендектәр», 122-се башҡорт гимназияһының «Ша-Шу-Ша», 102-се башҡорт гимназияһының «Етегән+1», 48-се башҡорт лицейының «Сәтәкәй», республика башҡорт лицей-интернатының «Башҡорттар.ru» һәм уҡытыу рус телендә алып барылған 159-сы мәктәптең «Хыялый-Зыялыйҙар» командалары шаяндар һәм отҡорҙар исеме өсөн көрәшәсәк.

«Шаяниум» конкурсы йыл һайын уҙғарыла, маҡсаты — уҡыусы йәштәрҙе милли, мәҙәни һәм йәмәғәт тормошона йәлеп итеү, уҡыусылар араһында башҡорт телен популярлаштырыу. Ойоштороусылар булып Өфөнөң Мәғариф идаралығы һәм Йәштәр эштәре буйынса комитеты сығыш яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть