11 декабрь, Йәкшәмбе

18 март 2016 йыл, 12:38

«Бүреләр» рок төркөмө үҙенең концертына саҡыра

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 20 мартта Өфөләге «MusicHall27» майҙансығында популяр «Бүреләр» рок төркөмөнөң концерты уҙа. Ойоштороусылар әйтеүенсә, билдәле хиттарҙан тыш, яңы композициялар ҙа яңғыраясаҡ. Солист Илшат Абдуллин һәм гитарасы Роман Пожидаев менән бергә төркөмдөң тәүге составы музыканты Тайфур Юлсурин сығыш яһай.

«Һеҙҙең менән күптән күрешмәнек, концерттар уҙғарманыҡ. Беҙгә һеҙҙең энергияғыҙ, хис-тойғоларығыҙ етмәй. Яҙ — музыка тыңлап, көс-дарман туплау өсөн иң яҡшы мәл», — тип яҙҙы Илшат Абдуллин «Бәйләнештә» селтәрендә. Шоу-программа киске сәғәт 7-лә башлана.

Төркөм 2004 йылда барлыҡҡа килә һәм башҡорт телендәге рокка йән өрөүсе коллективҡа әүерелә. Ижадтарында халыҡ музыкаһы элементтарын заманса рок мәҙәниәте менән аралаштырып, «Бүреләр» башҡорт рок музыкаһын яңы кимәлгә күтәрҙе. Музыканттар үҙҙәренең тәүге альбомын сығарған, тиҙҙән икенсеһен яҙҙырыу тамамланасаҡ. Төркөм республика буйлап, Мәскәүҙә, Силәбелә концерттар менән күп тапҡыр сығыш яһаны, халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашты. Клиптары Turkish Music Box халыҡ-ара телеканалында күрһәтелә. «Башҡортостан» киностудияһының «Минең йондоҙом» фильмында һәм М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Артур+Нэнси» спектаклендә улар ижад иткән музыка яңғырай. «Бүреләр» төркөмө композитор Рим Хәсәнов яҙған «Әҡлимә» йырын башҡарып, интернетта танылыу яуланы.

темалар: рок музыкаһы