Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡала үҙәгендә транспорт хәрәкәте ваҡытлыса ябыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфө үҙәгендә транспорт хәрәкәте ваҡытлыса ябыла. Йома, 18 мартта, көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 6-ға тиклем Зәки Вәлиди урамының бер өлөшөндә — Аксаков урамынан алып Мәжит Ғафури урамына тиклем хәрәкәт ваҡытлыса туҡтатыла.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был саралар «Ҡырым беҙҙеке» тип аталған митинг-концертта ҡатнашыусыларҙың һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында ойошторола.

Автоһәүәҫкәрҙәргә маршрутты алдан билдәләргә кәңәш ителә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бөгөн көндөҙгө сәғәт 4-тә республика халҡы үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын күрһәтеү һәм ярымутрауҙа йәшәүсе ватандаштарына теләктәшлек белдереү өсөн Конгресс-холл алдындағы майҙанға йыйыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть