9 декабрь, Йома

18 март 2016 йыл, 11:23

Өфөлә Рәсәйҙең халыҡ артисы Радик Гәрәевты иҫкә аласаҡтар

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Ғ.Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты, «Ҡыҙыл ҡәнәфер» исемле халыҡ-ара йыр фестивалендә Гран-приға лайыҡ булған Радик Гәрәевты иҫкә аласаҡтар. Концерт 26 мартта, уның тыуыуына 60 йыл тулғандан һуң өс көн үткәс, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙа.

Концертта йырсының коллегалары — опера һәм эстрада йондоҙҙары Резеда Әминева, Светлана Арғынбаева, Любовь Буторина, Катерина Лейше, Олеся Мезенцева, Татьяна Никанорова, Йәмил Әбделмәнов, Иҙрис Ғәзиев, Владимир Копытов, Хәмит Ишбулдин, Владимир Белов, Раил Кучуков, Ян Лейше, Геннадий Родионов, Руслан Хәбибуллин, Вәхит Хызыров ҡатнаша. Шулай уҡ Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Забава» рус халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле, хор, симфоник оркестр һәм театрҙың балет труппаһы артистары сығыш яһай. Концерт киске сәғәт 6-ла башлана.

Радик Гәрәев (1956-1996) республикала популяр опера һәм эстрада йырсыларының береһе, музыка һәм йәмәғәт эшмәкәре булды. Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Миләүшә Мортазина класында уҡый. 1990-1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры булып эшләй. Театрға етәкселек иткән осорҙа баш ҡалала «Өфөлә Шаляпин кисәләре», Р. Нуриев исемендәге халыҡ-ара балет фестивалдәрен ойоштора, театр тарихы музейын асыуға өлгәшә.

темалар: хәтер