8 декабрь, Кесе йома

18 март 2016 йыл, 10:41

Республика халыҡҡа юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүгә 170 миллион һумдан ашыу субсидия аласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2016 йылда Башҡортостан халыҡҡа юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүгә федераль ҡаҙнанан 174 миллион 558,6 мең һум субсидия аласаҡ. Тейешле бойороҡ Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылған.

5,4 миллиард һумлыҡ аҡса илдең 65 субъекты араһында бүленгән. Ошо маҡсатта төбәк ҡаҙналарынан 27 миллиард һум йүнәлтеләсәк.

Был саралар халыҡтың төбәктәге медицина ойошмаларында күрһәтелгән ҡиммәтле юғары технологиялы медицина ярҙамын алыу мөмкинлеген арттырырға ярҙам итәсәк.

Былтыр Рәсәй субъекттарындағы медицина ойошмаларында 151,9 мең кеше берлектә финанслау шарттарында юғары технологиялы медицина ярҙамын алған.