Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Азат Фазлыев Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты итеп һайланды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

17 мартта республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһының отчет-һайлау конференцияһында Азат Фазлыев бер тауыштан Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты итеп һайланды.

Азат Фазлыев 1968 йылдың 21 сентябрендә Өфөлә тыуған.

1990 йылда инженер-иҡтисадсы белгеслеге буйынса Өфө авиация институтын тамамлаған.

1989-1990 йылдарҙа Өфө авиация институтының ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары вазифаһын биләй. 1990-1991 йылдарҙа — Өфө авиация институты кафедраһы инженеры; 1991-2007 йылдарҙа —  «Ориентир» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры; 2007-2010 йылдарҙа  — «Урал инвестициялар агентлығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, «Урал лизинг үҙәге» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе.

2010-2015 йылдарҙа — Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты. 2015 йылдан республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты вазифаһын башҡарған.

Азат Фазлыев — Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабы рәйестәше, Рәсәйҙән Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы Эшлекле советының милли бүлеге рәйесе урынбаҫары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть