9 декабрь, Йома

17 март 2016 йыл, 18:00

Башҡортостанда янғында 12 кешенең һәләк булыуы факты буйынса ғәйепләнеүсе тотолған

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда янғында 12 кешенең һәләк булыуы факты буйынса ғәйепләнеүсе тотолған. Ул — Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе 32 йәшлек ир, «Содействие» социаль яраҡлашыу үҙәгенең төбәк-ара хәйриә ойошмаһы координаторы, тип хәбәр итә республика буйынса Тәфтиш комитеты.

Тикшереү версияһы буйынса, ғәйепләнеүсе 2015 йылдың октябренән 2016 йылдың февраленә тиклем фажиғә булған йортта социаль яраҡлашыу курсын үтеү өсөн кешеләрҙе урынлаштырған. Улар менән хәйриә эшмәкәрлеге тураһында ялған килешеүҙәр төҙөгән. Өҫтәүенә ул янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүҙе тәьмин итмәгән.

Әлеге ваҡытта енәйәт сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү һәм оператив-эҙләү саралары үткәрелә. Тәфтишсе ғәйепләнеүсене һаҡ аҫтына алыу тураһында судҡа үтенес ҡағыҙын ебәреү өсөн документтар әҙерләй.