8 декабрь, Кесе йома

17 март 2016 йыл, 16:38

Апрель айында баш ҡалала Ырымбур театрының гастролдәре башлана

фото: Георгий Шишкин

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Ләйлә Аралбаева/. Өфөгә М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театры гастролгә килә. 11 апрелдән 16-на тиклем Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәйҙең Дәүләт премияһы лауреаты Рифҡәт Исрафилов ҡуйған биш спектакль күрһәтелә. Бөгөн «Башинформ» агентлығының конференциялар залында ойоштороусылар ошо гастролдәр хаҡында һөйләне.

«Гастролдәр алдынан бик тулҡынланабыҙ, сөнки үҙ ваҡытында Рифҡәт Вәкил улы был театрҙа байтаҡ эш башҡарған. Күп тапҡыр сәхнәбеҙҙә ҡуйылған һәм тамашасы хөкөмөнә сығарылған спектаклдәребеҙҙе алып киләбеҙ, — тип һөйләне Ырымбур дәүләт драма театры директоры Павел Церемпилов. — Хәҙер театр күтәрелеш осоро кисерә. Бында Рифҡәт Исрафиловтың өлөшө ҙур. 17 йыл элек Ырымбур сәнғәт институтында асылған факультетта театр һәм кино актерҙарын әҙерләйҙәр. Штаттағы 36 кешенең 80 проценттан ашыуы ошо уҡыу йортон тамамлаған».

Өфөләге гастролдәр театрҙың 160 йыллығына арналған. Ырымбур губернаторының ярҙамы арҡаһында труппа һәм спектаклдәрҙә ҡатнашҡан студенттар — бөтәһе 80-дән ашыу кеше килә аласаҡ. Билет хаҡы ҡиммәт түгел. Алты көн дауамында барасаҡ гастролдәр 11 апрелдә Шекспирҙың трагедияһы буйынса «Ричард III» спектакле менән асыла. Төп ролдә — Олег Ханов.

«Ошо спектаклде Өфө тамашасыһына күрһәтеү тураһында күптән хыяллана инек. Ниһайәт, хыялыбыҙ тормошҡа аша. Хәҙер мин Башҡорт драма театры етәксеһе һәм Горький исемендәге Ырымбур театрында 9,5 йыл эшләгән кеше булараҡ әйтәм, — тине Олег Ханов. — Ырымбур театрының ижади ҡаҙаныштарының лайыҡлы баһаланыуын теләйем».

12 апрелдә Өфө тамашасыһына Василий Шукшиндың «Милые люди» хикәйәләре буйынса лирик тамаша тәҡдим ителә. 13 һәм 16 апрелдә сәхнәлә — «Свадьба в Малиновке» комедияһы. 14 апрелдә — Юрий Поляковтың «Грибной царь» драмаһын, 15-дә Рэй һәм Майкл Куниҙың пьесаһы буйынса «Братишки» комедияһын ҡарарға мөмкин.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов һүҙҙәренсә, был көндәрҙә башҡорт театры труппаһы республиканың бәләкәй ҡалалары буйлап гастролдәргә сыға.