Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың ике районында — юғары әҙерлек, береһендә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Баймаҡ һәм Йылайыр райондарында — юғары әҙерлек, Хәйбуллала ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығында ведомство-ара оператив штаб булдырылған.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, эвакуацияланған халыҡты тәү сиратта тәьмин итеүҙе ойоштороу өсөн алты ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән. Унда 91 кеше урынлаштырылған, шуларҙың икәүһе — балалар. 19 стационар йылыныу пункты эшләй. Хәйбулла районында ун кешегә иҫәпләнгән мобиль йылыныу пункты булдырылған, ҡайнар аш бирелә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эҙләү-ҡотҡарыу отряды Өфө филиалының махсуслаштырылған «КамАЗ» автомобилендә 20 кеше һыйҙырышлы мобиль йылыныу пункты эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть