8 декабрь, Кесе йома

17 март 2016 йыл, 14:48

Ипотеканы субсидиялау программаһы йыл аҙағынаса оҙайтылды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Яңы йорттарҙа торлаҡ алған граждандарҙың ипотека кредиты буйынса процент ставкаһын субсидиялау программаһы 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтылды. Рәсәй Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына ҡул ҡуйылған да инде.

Документҡа ярашлы, 2016 йылдың 1 мартынан бирелгән кредит буйынса субсидия йылына 2,5 процент күләмендә билдәләнә. Ғәмәлдәге төп процент ставкаһы йылына 11 процент тәшкил итә. Субсидиялау кимәлен төп ставкаға 1,5 процент күләмендә билдәләргә хәл ителгән. 2016 йылдың 1 мартына тиклем бирелгән ссудалар буйынса субсидиялау кимәле 3,5 процент тәшкил итә, тип аңлаттылар Башҡортостан дәүләт төҙөлөшөнөң матбуғат хеҙмәтендә.

Ипотеканы субсидиялау программаһы 2015 йылдың 1 мартынан ғәмәлгә инде. Рәсәй Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылдың 31 ғинуарына тиклем уның буйынса 405,1 миллиард һумлыҡ 227,6 мең ипотека кредиты бирелгән (субсидиялар күләме — 3,336 миллиард).

Субсидиялау программаһы буйынса ипотека кредиты йылына 12 проценттан артмаған ставканы, фатир хаҡының 20 проценты күләмендә тәүге иғәнәне һәм 25-30 йыл дауамында түләү ваҡытын күҙ уңында тота.

Тәүҙә дәүләт ярҙамы программаһы 2016 йылдың 1 мартына тиклем иҫәпләнгәйне. Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень белдереүенсә, дәүләт субсидиялау программаһын оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәс, байтаҡ төҙөүселәр үҙҙәренең проекттарын тергеҙә башлаған.