9 декабрь, Йома

17 март 2016 йыл, 14:03

9 марттан 14-нә тиклем кишер ҡиммәтләнгән һәм картуф арзанайған — Башстат

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. 9 марттан 14-нә тиклем республикала кишер (0,7 процентҡа), аҡ күсәнле кәбеҫтә (0,6), тары ярмаһы һәм туңдырылған балыҡ (0,4) ҡиммәтләнгән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Икмәк һәм булка изделиелары, аҡ май, вермишель һәм пастеризацияланған һөт — 0,2, һыйыр ите, аш тоҙо, стерилләнгән һөт, бөртөклө ҡара сәй, һыуытылған һәм туңдырылған тауыҡтарға хаҡ 0,1 процентҡа күтәрелгән.

Шул уҡ ваҡытта картуф (2,9 процентҡа), ҡарабойҙай (2,8), дөгө һәм шәкәр ҡомо (0,4), тауыҡ йомортҡаһы (0,3), башлы һуған һәм бойҙай оно (0,2), үҫемлек майы (0,1) арзанайған. Алмаға, сусҡа һәм һарыҡ итенә хаҡтар үҙгәрмәгән.

Ғинуар-февраль айҙарында Башҡортостанда аҙыҡ-түлек 1,6 процентҡа ҡиммәтләнгән. Февралдә республикала инфляция — 0,6, йыл башынан 1,4 процент тәшкил иткән.