Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Тоталь диктантта ҡатнашыусыларға балалар яҙыусыһы Андрей Усачевтың тексы тәҡдим ителә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

16 апрелдә үтәсәк «Тоталь диктант» халыҡ-ара акцияһы тексының авторы — балалар яҙыусыһы, шағир, драматург һәм сценарист Андрей Усачев.

«Быйыл беҙ башҡа авторҙарға оҡшамаған яҙыусыны саҡырырға һәм проектҡа бер аҙ хислелек өҫтәргә теләнек», — тине проект етәксеһе Ольга Ребковец.

Тоталь диктанттың эксперт советы рәйесе Наталья Кошкарева һүҙҙәренсә, диктант тексы Андрей Усачевтың ғәҙәти текстарына ҡарағанда ҡатмарлыраҡ буласаҡ. Унда рус теленең бөтә ҡағиҙәләре сағылыш табасаҡ.

Текст өс өлөштән тора, тәүгеһен Алыҫ Көнсығыш, Көнсығыш Себер һәм сит илдәр яҙа. Икенсе өлөшөн — Урал һәм Көнбайыш Себер. Өсөнсөһөн Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, Европала һәм Америкала уҡыйҙар.

Быйыл «Йорт янында Тоталь диктант яҙ» проекты төп яңылыҡ булып тора. Өфөләргә «Тоталь диктант» акцияһын ойошторорға ярҙам итеү мөмкинлеге бирелә. Мәктәптәр, китапханалар, антикафелар тап ошондай майҙансыҡ була ала. Ғаризалар ufa@totaldict.ru электрон почтаһына йәки социаль селтәрҙәге төркөмдә ҡабул ителә. Баш ҡаланың 94-се һәм 89-сы мәктәптәре, шулай уҡ «Лотос» фитнес клубы диктант үткәрергә теләк белдергән.

Акцияның рәсми сайтында офлайн әҙерлек курстарына өҫтәмә рәүештә онлайн диктантҡа әҙерләнеү мөмкинлеге бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть