Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рәсәй киноһы йылы уңайынан төбәктә Хәлисә һәм Марсэн Мөхәмәҙиевтар менән ижади осрашыу ойошторолдо

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Нуриман районында Рәсәй киноһы йылына арналған сара уҙғарылды.

Район Мәҙәниәт йортоноң ҙур залына өлкән класс уҡыусылары, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, һуғыш, хеҙмәт ветерандары һәм кино һөйөүселәр йыйылды.

Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов тамашасыларҙы Рәсәй киноһы йылы менән ҡотланы. Ул республикала киномарафон башланыуы, башҡорт киноһының үҫеше, ошо сәнғәттең йәмғиәт тормошонда ниндәй мөһим урын биләүе хаҡында һөйләне.

Тамашасылар Чехословакия Геройы, Ян Жижка исемендәге партизандар бригадаһы командиры Даян Мурзин тураһында «Ҡара генерал» тигән документаль фильм ҡараны. Һуңынан сценарий авторы — Нуриман районында тыуып үҫкән тележурналист, атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Хәлисә Мөхәмәҙиева һәм ҡуйыусы-оператор, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы Марсэн Мөхәмәҙиев менән осрашыу булды. Улар фильмды нисек төшөрөүҙәре хаҡында һөйләне, тамашасыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Осрашыуҙың икенсе өлөшө нуримандарҙың яҡташы Ғата Имаевҡа бағышланды. Ул 26 йыл Башҡортостан телевидениеһы студияһы директоры булып эшләгән. Тамашасылар иғтибарына Ғата Шәйхетдин улының «Өмөт» фильмы тәҡдим ителде. Имаевтың сценарийы буйынса төшөрөлгән кинотаҫмалар һәм тапшырыуҙар юғары наградаларға лайыҡ булған. «Сәскә ат, Башҡортостан» фильмы Мәскәүҙә инглиз теленә тәржемә ителгән, төрлө илдәрҙә күрһәтелгән.

«Фильмды ҡарағандан һуң фекер алышыу ойошторолдо, — тип һөйләне Хәлисә Мөхәмәҙиева. — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнил Ҡоҙаҡаев Ғата Имаев менән бергә эшләгән йылдары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Режиссер, Башҡортостан юлдаш телеканалында барған «Эҙәрмән» тапшырыуы авторы Булат Кәримовтың сығышы тамашасыларҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. «Ул миндә тыуған яҡҡа, кешеләргә һөйөү тойғоһон тәрбиәләне», — тип һөйләне ул.

Осрашыу аҙағында ирле-ҡатынлы Мөхәмәҙиевтар Нуриман районы музейына Ғата Имаевҡа арналған планшет бүләк итте (фотоһүрәттәр авторы — Марсэн Мөхәмәҙиев). Хакимиәт башлығы урынбаҫары Миләүшә Әхтәмйәнова ҡунаҡтарға халыҡ исеменән ҙур рәхмәт белдерҙе, урындағы композитор Миләүшә Имашева «Нуриманым» йырын башҡарҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть