Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө нефть эшкәртеү заводында янғын сыҡты

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Кисә Өфөлә нефть эшкәртеү заводында янғын сыҡты. «Башнефть-Өфө нефть эшкәртеү заводы» филиалы биләмәһендәге тауар етештереү паркында дизель яғыулығы янды.

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, киске сәғәт 12-се 11 минутта ут сығыуы тураһында хәбәр килә. Янғын һәм авария хеҙмәттәренең оператив эш итеүе һөҙөмтәһендә төнгө 1-се 18 минутҡа янғын һүндерелә. Ҡорбандар һәм зыян күреүселәр юҡ.

«Башнефть» компанияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ваҡиға производстволағы эшкә йоғонто яһамаған. Уның сәбәптәрен асыҡлау өсөн комиссия төҙөлгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть