8 декабрь, Кесе йома

17 март 2016 йыл, 10:00

«Башинформ» — 2015 йылда республика медиаресурстары рейтингында лидер

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы — «Медиалогия» компанияһының 2015 йыл йомғаҡтары буйынса төҙөгән Башҡортостан медиаресурстары рейтингында лидер (цитата килтереү күрһәткесе 184,74).

Икенсе урынды Proufu.ru интернет-ресурсы (134,51) биләй, өсөнсөлә  —  «Комсомольская правда-Уфа» гәзите (49,03).

Медиарейтинг 30 300 самаһы сығанаҡ, шул иҫәптән телевидение, радио, гәзит-журналдар, агентлыҡтар, интернет сайттары мәғлүмәттәре нигеҙендә төҙөлгән.  

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Яндекс.Каталог мәғлүмәттәре буйынса, bashinform.ru цитата килтереү буйынса республика биләмәһендә беренсе баҫҡысты биләй.  Бөгөн Яндекс.Каталогтың цитата килтереү индексы 3100 берәмек тәшкил итә. «Башинформ» Рәсәй төбәктәренең мәғлүмәт агентлыҡтары араһында дүртенсе урында килә — алда «Татар-информ», «PrimaMedia» һәм «Амител».