Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

28 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә «Күп функциялы үҙәктәр 2016 — эшҡыуарлыҡ өсөн иң яҡшы тәжрибә» исемле конференция ойошторола

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

18 мартта Өфөләге Конгресс-холда «Күп функциялы үҙәктәр 2016 — эшҡыуарлыҡ өсөн иң яҡшы тәжрибә» тип аталған бөтә Рәсәй конференцияһы ойошторола. Ҡатнашыусылар күп функциялы үҙәктәрҙең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен тикшерә.

Программала Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлдәр һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу ҡаралған.

Быйыл ғинуар айында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев илдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн махсуслаштырылған күп функциялы үҙәктәр булдырыу ниәте тураһында белдергәйне. Унда кәрәкле документтар, хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса консультация, бизнес-план төҙөүҙә ярҙам алырға, үҙ эшеңде асыу буйынса мәғлүмәтте аныҡларға мөмкин.

Ошо уңайҙан Башҡортостандың баш ҡалаһына төрлө төбәктәрҙән 200-ҙән ашыу делегаттың килеүе көтөлә. Улар араһында бизнес-берләшмә, башҡарма власть органдары вәкилдәре, шулай уҡ Рәсәйҙең күп функциялы үҙәктәре белгестәре бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть