Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

16 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктең 2015 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарына арналған республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе.

Былтыр сәнәғәт етештереүе күләме – бер, ауыл хужалығы 3,2 процентҡа артҡан, тип билдәләне республика етәксеһе. Торлаҡ төҙөлөшө күләме 1,5 процентҡа артҡан. Төп капиталға инвестициялар 2014 йылғы кимәлдә ҡалған. Өҫтәүенә тупланма бюджеттың шәхси сығымдары 8,2 процентҡа үҫкән.

– Иҡтисади үҫештең кәмеүе социаль өлкәләге хәлдә сағылыш тапты. Былтыр дөйөм эшһеҙлек кимәле 5,3 проценттан 6,1 процентҡа етте. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса реаль хеҙмәт хаҡы 90,4 процент тәшкил итте, был 2014 йылға ҡарата 10 процентҡа аҙыраҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Демографик күрһәткестәр ҡыуандырмай. Тыуым ике процентҡа кәмегән. Ул быйыл да кәмей. Үлем 1,5 процентҡа артҡан.

2016 йылдағы иҡтисади хәл тураһында һөйләгәндә Башҡортостан Башлығы төп күрһәткестәрҙең кәмеүен билдәләне. Мәҫәлән, тәүге ике айҙа сәнәғәт етештереүе индексы – 1,9, торлаҡ тапшырыу 10 процентҡа тиерлек кәмегән. Уҙған йылдың февраль айына ҡарата реаль эш хаҡы 4 процентҡа ҡыҫҡарған. Инфляция 1,5 процентҡа тиерлек үҫкән.

– 2016 йыл ярайһы уҡ ҡатмарлы башлана. Был эште йәнләндерергә кәрәклеге тураһында һөйләй. Беҙгә йүнәлештәрҙе дөрөҫ билдәләү зарур. Һис шикһеҙ, тәү сираттағы бурыстар – эш хаҡы, социаль йөкләмәләрҙе үтәү тормошҡа ашырылырға тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Ышаныслы сәйәси мөхитте һаҡларға тейешбеҙ. Халыҡтың киләсәккә ышанысы булыуы мөһим.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть