Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимербай Йосопов вафат булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт әҙәбиәте ҙур юғалтыу кисерҙе. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡорт АССР-ның һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Рәми Ғарипов һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты, республиканың Яҙыусылар союзы ағзаһы Тимербай Йосопов оҙаҡ ауырығандан һуң 78-се йәшендә вафат булды.

Мәрхүм менән хушлашыу 18 мартта иртәнге сәғәт 11-ҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында уҙа.

Тимербай Йосоп улы Йосопов 1938 йылдың 31 майында Дыуан районының Түбәнге Әпсәләм ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Ҡыйғы районы гәзитендә эшләй. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Бөрйән районы мәктәбендә уҡыта, күп йылдар «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһында эшләй, Әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы директоры, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары була. Юғары әҙәби курстарҙы тамамлай. Тимербай Йосоповтың әүҙем ижад эшмәкәрлеге 1960 йылдарға ҡарай. 1968 йылда донъя күргән «Икмәк еҫе» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығында шағир һуғыш ауырлыҡтарын ғорур еңеп сығыусы тотош бер быуындың яҙмышын сағылдыра. Ул 15-тән ашыу шиғри йыйынтыҡ авторы, уларҙың һәр береһен китап уҡыусылар оло ваҡиға итеп ҡабул итә. Тимербай Йосоповтың улы Булат Йосопов — Рәсәйҙә билдәле кинорежиссер.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть