9 декабрь, Йома

16 март 2016 йыл, 15:37

Республикала йәш ғаиләләргә торлаҡ түләүҙәре биреү тәртибе раҫланды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһында ҡатнашыусыларға социаль түләүҙәр биреү тәртибен раҫланы.

Дәүләттән ярҙам алыу өсөн ҡатындың да, ирҙең дә йәше 35-тән үтмәҫкә, ғаилә торлаҡҡа мохтаж булырға тейеш. Йәш ғаиләнең торлаҡ хаҡының бер өлөшөн түләй алырлыҡ килеме булыуы ла мөһим.

Ағымдағы йылдың 1 авгусына тиклем муниципаль берәмек хакимиәттәре программала ҡатнашыусыларға документтар тапшырыу кәрәклеге хаҡында хәбәр итәсәк. Торлаҡ хаҡының бер өлөшөн финанслау күләме балаһыҙ йәш ғаиләләргә — кәмендә 30 процент, балалылар өсөн 35 процент тәшкил итә.

Тәү сиратта исемлеккә 2005 йылдың 1 мартына тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар сифатында иҫәпкә ҡуйылған, шулай уҡ өс һәм унан күберәк балалары булған йәш ғаиләләр индерелә, тип билдәләнеләр Башҡортостан дәүләт төҙөлөшөнөң матбуғат хеҙмәтендә.

2016 йылда «Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш комплексын һәм архитектураһын үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә 700 йәш ғаиләгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү күҙаллана.